Күгәрсендәр сәләмәт тормош яҡлы! 09.02.2015

Мораҡта саңғысылар ярышы үтте. Был юлы эстафетала ете йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Иң оло саңғысы һикһән өс йәштә булһа, иң кесеһенә дүрт йәш. Һәүәҫкәр спортсыларға көндөң ҡарлы-буранлы булыуы ла кәртә була алманы.

Көнө буйы дауам иткән эстафетала саңғысылар эҫе сәй, тәмлекәстәр менән һыйланды. Ҡышҡы һабантуйҙы хәтерләткән уйындар халыҡтың күңелен күтәрҙе, дәрт өҫтәне. Сараны район мәҙәниәте һарайы коллективы әҙерләгән концерт программаһы дауам итте. Еңеүселәргә  Маҡтау ҡағыҙҙары, кубок һәм миҙалдар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика