Күгәрсен районында ошо яҡтарҙың хөрмәтле шәхесе, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозының элекке рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә хоккей турниры уҙғарылды

Күгәрсен районында ошо яҡтарҙың хөрмәтле шәхесе, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозының элекке рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә хоккей турниры уҙғарылды 24.02.2016

Арҙаҡлы яҡташтары исемендәге хоккей турнирын ойоштороу тәҡдиме менән бынан биш йыл элек Теләүембәт ауылы халҡы сығыш яһаған.  Изге башланғысты ауыл биләмәһе хакимиәте лә, Рамаҙан Йомағужа улының балалары  ла хуплаған. Быйыл турнирҙа Күгәрсендәр менән  Йылайыр һәм Ейәнсура райондары хоккей командалары көс һынашты.

Тәүге уйында майҙан хужалары йылайырҙарҙы 13:9 иҫәбе менән еңһә,  икенсеһендә  Йылайыр командаһы күршеләрен өс мәрәйгә артта ҡалдырҙы. Һуңғы уйында уңыш тағы ла майҙан хужаларына йылмайып, Теләүембәттәр ярыш кубогын  яуланы.  Уйын һөҙөмтәләре буйынса 3 команданың  иң яҡшы уйынсылары миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Сара һуңында Йылайырҙар Теләүембәт гүзәл заттарын етенсе мартта ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙасаҡ хоккей турнирына саҡырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика