Ижад һәм спорт

Ижад һәм спорт 22.02.2016

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфө театрҙары артистары мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашты. Ярышҡа биш команда - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ, Рус дәүләт драма һәм «Нур» татар дәүләт театрҙары коллективтары йыйылды. Һәүәҫкәр футболсылар сәхнәләге кеүек матур һәм оҫта уйын күрһәтте, ҡатнашыусылар үҙҙәре лә, көйәрмәндәр ҙә спорт байрамын бик оҡшатты.

Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа. Туп йә бер, йә икенсе командаға күсә, футболсылар үҙҙәрен дә, дәғүәсәләрен дә йәлләмәй уның өсөн көрәшә. Майҙанда тәрән кисерештәр ҡайнай, улар  бөгөнгө уйынсыларға яҡшы таныш. Көс һынашыусылар - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары. Сәхнә йондоҙҙары араһында спорт һөйөүселәр байтаҡ, мәҫәлән, бөгөн милли йәштәр театры командаһы ҡапҡаһын һаҡлаусы Шәһит Хамматов мәктәп йылдарында ла ошо уҡ позицияла уйнаған.
Ярыштың тәүге матчында Шәһит ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырҙы, уйын 1-0 иҫәбенә тамамланды. Унан алда «Нур»ҙар Рус драма театры командаһын 2-1 иҫәбенә отто. Майҙанға сығыу сиратын көтөүселәр ҙә эшһеҙ ҡалманы, кемдер уйнаусылар өсөн янып-көйҙө, ә Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Сәғиҙулла Байегет күнегеүҙәр эшләп яҙылып алды.
Ниндәй театрҙың командаһы иң көслөһө тигән һорауға Байегет «Әлбиттә дуҫлыҡ еңәсәк» тип яуап ҡайтарҙы. Көйәрмәндәр ҙә бының менән риза, театралдар ысынлап та, татыу ғаилә кеүек һәр еңеүгә шат. Бөтәһе бер тауыштан бындай саралар күберәк булһын ине тип теләй.  
Сәхнәлә улар теләһә ниндәй образға инә ала. Ләкин ярышта быға юл ҡуйылманы. Матчтарҙың ғәҙел үтеүен тәжрибәле судья тәьмин итте, сараның ойоштороусылары ла бында мутлашыуға урын юҡ тип билдәләй.
Көсөргәнешле көрәштә беренсе урынды «Нур» театры футболсылары яуланы, унан ҡала Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм Рус драма театры командалары килә. Шул уҡ ваҡытта ҡатнашыусылар өсөн кемдең ниндәй урын яулауы мөһим дә түгел ине. Турнир сәләмәт тормошто пропагандалау, коллективтарҙы берлештереүе менән әһәмиәтле булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика