Испания футболсыһы Пабло де Лукас Торрес «Өфө» клубы составында сығыш яһамаясаҡ

Испания футболсыһы Пабло де Лукас Торрес «Өфө» клубы составында сығыш яһамаясаҡ 29.06.2015

Был турала бөгөн баш тренер Игорь Колыванов белдерҙе.  

Уның әйтеүенсә, 26 июндә ярымһаҡсы Башҡортостан командаһы менән килешеү төҙөгәйне. Әммә ике көндән ул ғаилә хәле буйынса июль уртаһына тиклем тыуған иленә ҡайтып киткән. Әлбиттә, легионерҙың яңы миҙгелгә әҙерлек ваҡытында юҡ булыуы  «Өфө» клубы вәкилдәрен ҡәнәғәтләндермәгән. Шуға ла футболсы менән килешеүҙе ғәмәлдән сығарырға ҡарар ителгән. Әйткәндәй,  бөгөн яҡташтарыбыҙҙың Мәскәү өлкәһендәге йыйындары тамамланды. Һуңғы көндә улар Туланың «Арсенал» командаһы менән иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе. Көсөргәнешле уйында баш ҡала футболсыһы Денис Тумасян индергән ике тупҡа дәғүәселәр шулай уҡ ике гол менән яуап ҡайтарҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика