Иртәгә Өфөнөң "Салауат Юлаев" клубы иң көслө һигеҙ команда араһында көрәшен дауам  итә 13.02.2017

Бөгөн , "Аҡ Барс" менән осрашыу алдынан юлаевсылар асыҡ күнекмә уҙғарҙы.

Ярышта бер төркөм уйынсылар ҡатнашмаясағы әле үк күҙгә салына. Рәсәй йыйылма командаһында алышҡан Кирилл Капризов менән  Захар Арзмасцев әлегә Өфөгә ҡайтып етмәгән. Еврохоккей турында швед этабы еңеүселәре баш ҡалаға бөгөн төндә генә килеп төшәсәк.  Шулай уҡ, Линус Умарк та команда составында юҡ. Хартикайнен аренала булһа ла, боҙға сыҡманы.  Йәрәхәтләнгән Соин менән Евгений Бодров күнекмәлә, күпселек боҙҙан сыҡҡас ҡына күренде.

Күнекмә ваҡытында команда ағзалары тигеҙ булмаған шарттарҙа, буллиттарҙа һәм башҡа осраҡтарҙа уйын мөмкинлектәрен барланы. Сведберг менән Гаврилов әүәлгесә ҡапҡа һағында ҡала.  Уларҙың һуңғыһы боҙға Петербургтың СКА-һы менән уйында имгәнгәндән һуң тәүгә сыға.  

Уйындарҙы бер аҙ һағынып өлгөрҙөк. Иртәгә боҙға күтәренке кәйеф менән сығабыҙ, барыһы ла яҡшы булыр тип ышанабаыҙ.

Команда күнекмәһе тураһында тулы сюжетты бөгөн киске унда эфирға сығасаҡ "Спортбар" тапшырыуында ҡарай алаһығыҙ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика