Ирмен тигән ирҙең күңелендә эйәре-йүгәнле  ат ятыр, тиҙәр 11.10.2016

Башҡортостандың төп байрамында ла ат яратыусы көслө заттар «Аҡбуҙат» ипподромына йыйылды. Бында Республика көнөнә арналған ат сабыштары үтте.

Тамашасылар рус, орлов  юртаҡтарының һәм таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттарҙың төрлө дистанцияларға сабыштарын ҡарай алды. Ярыштар Республика көнө,  халыҡтар дуҫлығы, Орлов юртаҡтарының 240 йыллығы, Урал батыр, Башҡортостан чемпиондары һәм ауыл хужалығы кубоктарына  арналды. Ҡунаҡтар йәмғеһе ун заезд ҡарай алды.
Республика көнө уңайынан уҙғарылған ат сабыштары йылҡы малы аҫыраусылар өсөн дә  көтөп алынған ваҡиға. Был ярыштарға улар етди әҙерләнә. Беренсенән, байрамдың абруйы юғары талаптар ҡуйһа, икенсенән приз күләме лә сәм өҫтәй. Уның дөйөм фонды бер миллион һум.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика