Интеллектуаль ялға өҫтөнлөк биреүселәр бөгөн Башҡортостандың Хәрби дан музейына йыйылды

Интеллектуаль ялға өҫтөнлөк биреүселәр бөгөн Башҡортостандың Хәрби дан музейына йыйылды 24.10.2015

Бында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған шахмат турниры үтте. Сара ветерандар өсөн ойошторолһа ла, теләге булған һәр кем ҡатнаша алды.

Хәрби дан музейында был икенсе шахмат турниры. 4 октябрҙә уҙған интеллектуаль уйында балалар һәм үҫмерҙәр көс һынашҡан. Тәүге бәйгелә 50-ләп кеше ҡатнашһа, бөгөнгөһөнә 20 кеше килде. Уйын Швейцар системаһы буйынса үтә, еңеүсе мәрәйҙәр буйынса билдәләнә. Турнирҙа 6 призлы уйын ҡаралған. Ләкин ҡатнашыусылар өсөн бүләк мөһим түгел. Улар өсөн был осрашыу тәү сиратта үҙ көсөңдө һынап ҡарау һәм тәжрибә туплау мөмкинлеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика