Илдарға яуабым, йәки спорт менән шөғөлләнегеҙ 04.12.2015

Социаль селтәрҙә бер төркөм йәштәр үҙенсәлекле эстафета башлап ебәрҙе

Интернет ҡулланыусылары глобаль селтәргә тиҫтерҙәрен сәләмәт тормошҡа өндәп видеороликтар һала. Уларҙың ҡыҫҡаса эстәлеге бер-береһенә оҡшаш. Спорт менән шөғөлләнеүсе йәштәр күнекмә мәлендә үҙенсәлекле видео төшөрөп, эстафетаға дуҫына саҡыра. Яуап оҙаҡ көттөрмәй. Спорт залынан яҙмалар  тиҙ арала популярлыҡ яулай бара. Йәштәр был сара күптән түгел интернетты шаулатҡан,  һалҡын һыу менән ҡойоноу эстафетаһынан ҡалышмәҫ тигән өмөттә. Өҫтәүенә маҡсат та изге, тиҫтерҙәрҙе яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалау.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика