Ике уйын рәттән еңеү яулаған «Өфө» клубы кисә уңышһыҙлыҡҡа тарыны 25.04.2016

Рәсәй чемпионатының 25-се туры сиктәрендә Башҡортостан футболсылары Краснодарҙа урындағы «Краснодар» менән осрашты. Әммә яҡташтарыбыҙ чемпионат лидерҙарының береһенә  әллә ни ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә алманы.

Һөҙөмтәлә майҙан хужалары «Өфө» клубы ҡапҡаһына дүрт яуапһыҙ туп индерҙе. Әлегә Евгений Перевертайло тәрбиәләнеүселәре 23 мәрәй менән турнир таблицаһының 13-сө баҫҡысын биләй. Әммә был урын менән команда ҡәнәғәтләнергә тейеш түгел. Сөнки аутсайдерҙар яҡташтарыбыҙҙың елкәһенә баҫып килә. Киләһе турҙы республика футболсылары үҙ майҙанында үткәрә. Беренсе майҙа Өфөгә Ҡазандың «Рубин» клубы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика