Иглинда йөҙөү буйынса Башҡортостан беренселеге уҙҙы 28.05.2015

Халыҡ ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ярышта Иглин, Благовещен, Дүртөйлө, Өфө клубтары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Бассейнға төрлө конкурс еңеүселәре менән бер рәттән яңы ғына йөҙөргә өйрәнгәндәр ҙә төштө.  

Йөҙөү буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр  һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә һәм батып барыусыны ҡотҡарырға  өйрәнә.  Күптәр бассейнға һаулығын нығытырға йөрөй. Брасс буйынса йөҙөүҙә Полина Кирилицина, комплекслы йөҙөүҙә тәүге урынға Даниил Сәлихов сыҡты. Ирекле стилдә Даша  Биллавина юғары оҫталыҡ күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика