Иглин районында спорт туризмы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында чемпионат уҙҙы

Иглин районында спорт туризмы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында чемпионат уҙҙы 23.06.2017

Ярышта республика район-ҡалаларынан 20 команда, ике йөҙләп кеше һынау тотто. Ярышты үткәреү өсөн Иглин районы осраҡлы ғына һайланмаған. Спорт туризмы буйынса республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә призлы урындар яулаусы Иглин инвалид спортсылар командаһы үҙен яҡшы ойоштороусы булараҡ та күрһәтте.

Бәйге  Ләмәҙ йылғаһы буйында урынлашҡан, тирә-яғын урман уратҡан ҙур аҡланда үтте. Бындағы тәбиғи ландшафт спортсыларҙың көнкүреш шарттарын булдырыу, палатка ҡуйыу мөмкинлеген бирә.
Руслан Шакиров, Иглин районы бөтә рәсәй инвалидтар  ойошмаһының бүлек етәксеһе: «Команда 2009 йылда барлыҡҡа килде. Үҙем 1996 йылдан алып ҡатнашам. Башта ҡаҙаныштар булманы. Һуңғы йылдарҙа беренсе урындарҙы алабыҙ. Бер ярыштан да ситтә ҡаламйбыҙ».
Ярышта республика район-ҡалаларынан 20 команда, ике йөҙләп кеше һынау тотто. Баймаҡ инвалидтар йәмғиәте вәкиле Илнур Атанғолов та ярыштың даими ҡатнашыусыһы. Ул команда составында йәйәүле туризм буйынса оҫталығын күрһәтте.
Илнур Атанғолов, Баймаҡ районы инвалидтар йәмғиәте ойошмаһы белгесе: «Тәбиғәткә сығабыҙ, тауҙарға артылабыҙ, катамарандарҙа йөҙәбеҙ. Йыл һайын Инйәр йылғаһынан һал менән ағабыҙ. Беҙгә һау кешеләр «Беҙ бер көнгә тәбиғәткә сыға алмайбыҙ, ә һеҙ эшегеҙҙе ташлап ике-өс көнгә сығып китәһегеҙ», - тип аптырай».
Һыу һәм йәйәүле туризм ярыштарынан тыш, ялан ашы бешереү һәм экология йылына арналған йырҙар һәм лагерҙар конкурсы уҙҙы.
Рәйфә Азаматова, Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылы инвалидтар ойошмаһы рәйесе: «Спартакиадаға йыл да йөрөйбөҙ. Йәйәү йүгереп, канаттарҙан да йөрөйбөҙ, байдаркаларға ултырып һыуҙа ла ярышабыҙ. Былтыр Бөрйәнгә барып ҡайттыҡ».
Гөлсирә Хәкимова, Хәйбулла районы инвлидтар ойошмаһы рәйесе: «Беҙҙең бөгөн тулы команда килде - 8 кеше.  Хәйбулла районында 2000 кеше инвалидтар ойошмаһында тора. Яңыраҡ һабантуй булды. Шахмат турниры, спартакиада үткәрҙек».
Йыл һайын Рәсәй хөкүмәте инвалидтарға социаль ярҙамды, пенсияны арттырыу буйынса закон  проекттары әҙерләй. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ихтыяжын үтәүгә ҙур иғтибар бүленә.
Зөфәр Садиҡов, Туймазы районы ҡандра ауылы инвалидтар ойошмаһы рәйесе: «Беҙҙең хөкүмәт ҡарай башланы. Төрлө яҡлап ярҙам итә. Эшкә урынлаштыра, дарыуҙар бирә. Транспорт, торлаҡ менән дә тәьмин итә».
Кәлимә Үтәмешова, Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы: «Кәйефтәр һәйбәт, көн дә яҡшы. Ямғыр тип ҡурҡытҡайнылар. Беҙ үҙебеҙҙең ҡояшыбыҙҙы ошонда алып килдек».
Спорт туризмы буйынса ярыштар Иглин районында быйыл гөрләп үтте. Ҡатнашыусылар киләһе йыл уҙасаҡ ярышҡа бөгөндән үк әҙерләнә башларға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика