Иглин районында дзюдо буйынса ярыштар үтте

Иглин районында дзюдо буйынса ярыштар үтте 11.05.2016

2001-2009-сы йылдараҙа тыуған спортсылар ҡатнашлығында үткән турнир Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналды. Барлығы 120-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынап ҡараны.

Улар араһында майҙан хужаларынан тыш, Өфө, Бөрө һәм Нуриман районы вәкилдәре лә бар ине. Йәш спортсыларҙың оҫталығын абруйлы судьялар, шул иҫәптән  Элина Мәсәләмова ла баһаланы. Уны Иглин районының ғорурлығы тип әйтергә мөмкин. Әлегә ваҡытта яҡташыбыҙ дзюдо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Турнирға килгәндә, үҙ ауырлығы үлсәмендә Иглиндан Данил Ғилметдинов еңеү яуланы. Уға быйыл ни бары ете йәш тулған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика