Иглин районы Таутөмән ауылында һырғалаҡ асылды 20.12.2014

Спорт майҙансығын ауыл кешеләре күмәкләп төҙөгән. Боҙҙа Салауат Юлаев хоккей командаһының элекке уйынсыһы йәштәргә  беренсе күнекмәләр ҙә үткәрҙе. Әйткәндәй, һырғалаҡ  Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Лопатиндың тәҡдиме менән булдырылған.

Һырғалаҡ асылыуын Таутөмәндә олоһо ла, кесеһе лә көтөп алған. Һырғалаҡ күмәк көс менән төҙөлгән.   Элек  балалар һыу ятҡылыҡтарындағы боҙҙа шыуған. Хәҙер  мәктәп эргәһендә спорт  майҙансығы барлыҡҡа килеү  шатлығын һүҙ менән генә  аңлатып та булмай.
Һырғалаҡ төҙөүҙә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡыҙыл таҫма   киҫелде.  Боҙға тәүгә сығыусылар ҙа бар.  Ә ҡыҙыл формаларҙағы егеттәр хоккейҙың нимә икәнен белә. Улар күрше Сыуаш-Ҡыбауҙан килгән.
Егеттәрҙе өйрәтеүсе-Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Лопатин.  Һырғалаҡ эшләү ниәте   ҡунаҡҡа дуҫына килгән спортсының башында тыуған.  
Сергей Лопатин, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры: «Хоккей майҙансығы төҙөү ҡатмарлы түгел. Уны һәр ауылда эшләргә мөмкин. Беҙҙең билдәле  уйынсыларҙың  күбеһе төбәктән сыҡҡан. Малайҙар кейенеү бүлмәһендәге Салауат Юлаевтың уйынсыларының фотоһүрәттәренә   һоҡланып ҡарап тора. Үҙҙәренең дә бер нисә йылдан шундай уҡ фотоһүрәттәре булыр әле. Кеше маҡсатлы, еңеүгә ынтылыусан һәм физик яҡтан үҫешкән булырға тейеш».  
Киләсәктә бында күнекмәләрҙе Салауат Юлаев мәктәбенә йөрөүселәр үткәрәсәк.Таутөмән ауылында йәшгәүселәр төнгө унға тиклем рәхәтләнеп һырғалаҡта шыуа ала. Бында ул ҡалалағы кеүек түләүле лә  түгел.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика