Иглин районы үҙәгендә ихата футбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килде

Иглин районы үҙәгендә ихата футбол майҙансыҡтары  барлыҡҡа килде 06.08.2016

Төҙөлөштө ауыл советы хакимиәте һәм райондың спорт комитеты ойошторҙо. Иглиндә -биш һәм Охлебинин ауылында бер уйын майҙансығы урынлаштырылды. Бөгөндән бында рәхәтләнеп туп типкән малайҙарҙы күрергә була. 4 август бында тәүге уйын үткәрелде. Райондың спорт комитеты рәйесе Ринат Ҡыямов әйтеүенсә, малайҙар тиҙҙән үтәсәк «Ихата чемпиондары лигаһына»  әҙерләнә.

Балаларҙың футбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килеүенә ата-әсәләр ҙә шат. Район етәкселеге билдәләнеүенсә, был ихата футболының  башы ғына. Йәштәр һәм балалар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау төп маҡсаттарҙың береһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку