Иглин егеттәре үҙҙәрен таҫыллыҡта һәм сослоҡта һынаны

Иглин егеттәре үҙҙәрен таҫыллыҡта һәм сослоҡта һынаны 26.02.2016

Район үҙәгендә «Зарница» хәрби-патриотик уйыны ойошторолдо, спорт һәм батырлыҡ байрамында 9 мәктәптән йыйылған уҡыусылар ҡатнашты.

Буласаҡ һалдатҡа кәүҙәне ҡулға таянып 50 тапҡыр күтәрелеү  бер ни тормай. Быны Иглин уҡыусылары һүҙ менән түгел, эш менән иҫбатланы. «Зарница»ла ҡатнашыусыларҙың бер нисәүһе хатта, 60-ҡа етеүгә өлгәште. Баҡтиһәң, егеттәр үҙҙәрен һалдат тормошона әҙерләй.
Ҡорал менән эш итә белеү ҙә мотлаҡ, артабан егеттәр пневматик винтовканан мәргән атыуҙа ярышты. Сәптә урын ҡалмағас, буласаҡ хәрбиҙәр автоматты һүтеп-йыйыуға тотондо. Ошо уҡ ваҡытта башҡалар йүгереүҙә көс һынашты. «Зарница»ның программаһы һәр ваҡыттағыса тығыҙ, ҡатнашыусылар хәл йыйып та өлгөрмәйсә сираттағы ярышҡа тотона. Ойоштороусылар егеттәрҙе тап ошондай шарттар сыныҡтыра тигән фекерҙә.
Ярышып ҡына ҡалманы егеттәр. Физик күнекмәләр менән бер рәттән улар патриотик тәрбиә дәресендә лә ҡатнашты. Йәштәр менән осрашыуға хәрби бәрелештәр ветерандары ла саҡырылғайны. «Зарница»ла бөтәһе 60-тан ашыу  уҡыусы көс һынашты, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе командалар кубоктарға лайыҡ булды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика