Иғтибар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Иғтибар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ! 30.04.2016

Ҡала урамдарында етеҙ һәм йылғыр, шул уҡ ваҡытта күҙгә күренеп бармаған юл хәрәкәте ҡатнашыусылары өҫтәлде. Бөгөн Өфөлә рәсми рәүештә мотоһәүәҫкәрҙәр миҙгеле асылды. Конгресс-холл алдындағы майҙанға 150-нән ашыу ике тәгәрмәсле транспорт хужалары йыйылды.

Майҙандағы мотоциклдар иң талапсан коллекционерҙы ла таң ҡалдырырлыҡ. Спортбайктар, мотороллерҙар, чопперҙар, сит илдәрҙә, Рәсәйҙә етештерелгәндәре лә бар. Хужалары араһында ла бик үҙенсәлеклеләре осрай. Һөнәре, тормош рәүеше ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы тиҙлеккә һәм азатлыҡҡа һөйөү берләштерә. Был көндө мотоһәүәҫкәрҙәр көтөп алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика