Иң мөһиме балалар һаулығы 01.09.2015

Яңы уҡыу йылында республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме менән белем биреү учреждениеларында «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» пилот проекты үҙ эшен башлай. Төп маҡсат - көслө рухлы, илһөйәр киләсәк тәрбиәләү, үҫеп килгән быуынды спортҡа йәлеп итеү. Әлегә эксперимент майҙансыҡ тип бер-нисә мәктәп-гимназия һайланған.

Белем байрамына ҡунаҡҡа килгән айыу 1-се синыф уҡыусыларында спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Һөҙөмтә бар. Быйыл Красноусол башҡорт гимназияһына уҡырға барыусы кескәйҙәрҙең яртыһы сәләмәт тормош рухында тәрбиәләнәсәк, физик яҡтан ныҡлы әҙерлек үтәсәк. Малай-ҡыҙҙарҙың ҡыуанысының сиге юҡ, был йүнәлеш буйынса белем алырға улар үҙҙәре теләп килгән.
Ер эшенән ҡурҡмай 1-селәр.  Илсур ҙа синыфташтары менән гимназия алдында шыршы үҫентеләрен ултыртыуҙа әүҙем ҡатнашты. Уның яҡындары был күренеште ихлас күҙәтеп, «малайҙың йорт буйынса ла оло ярҙамсы» булыуын  билдәләне.
Красноусол башҡорт гиназияһы уҡыусыларының спортта ҡаҙаныштары ҙур. Малай-ҡыҙҙар республика кимәлендә волейбол һәм милли көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашыуында быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. Малай-ҡыҙҙар эксперимент майҙансыҡ булараҡ асылған спорт йүнәлешендәге синыфҡа уҡырға бара икән, тимәк, етеҙ һәм ныҡышмал булырға тейеш. Төп иғтибар патриотик тәрбиә биреүгә, физик яҡтан әҙерлеккә йүнәлтеләсәк.
Андрей Иванюта, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт  министры: «Уҡыусылар белем усағының спорт залында әүҙемерәк шөғөлләнәсәк, бының өсөн өҫтәмә дәрестәр ҡаралған. Билдәле спортсылар менән осрашыуҙар ойоштороу күҙаллана. Был йүнәлештә белем алыусылар төрлө бәйге, ярыштар шаһиты буласаҡ. Алдағы дүрт йылда балалар  федераль стандаттарға ярашлы дөйөм физик әҙерлек үтергә тейеш. Әлбиттә, көсөргәнешле режимда».
Спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшер өсөн көслө этәргес - белем көнөндә балаларға махсус форма тапшырылды. «Ҡыҙыл»дар гел бергә һәм дуҫ буласаҡ. Ни тиһәң дә, был синыфҡа эләгеү еңелдән булмай. Талаптар алдан уҡ етди ҡуйыла.
Алда был йүнәлештә белем алыусыларҙы бихисап еңеүҙәр, яңы үрҙәр көтә. Әлегә малай-ҡыҙҙар гимназияның спорт залында тәүге күнекмәләрен  яһай. Һикереү, йүгереү буйынса уларға тиңдәр юҡ. Әйткәндәй, «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» проектына республиканың тағы ла бер нисә белем усағы ҡушылған. Киләсәктә уларҙың һаны бермә бер артыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика