Гольф сыҙамлыҡҡа өйрәтә 13.12.2016

Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылы урта мәктәбе уҡыусылары яңы спорт уйынын үҙләштерә. Быйыл үҫмерҙәр физкультура дәрестәрендә һәм уҡыуҙан тыш тупты сәкән ярҙамында бәләкәй соҡор уйымына төшөрөүҙә ярыша. Белем усағына спорт йыһаздарын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бүләк иткән.

Өсөнсө синыф уҡыусылары ҡулдарына сәкәнде тәүгә генә  алмаһалар ҙа, әлегә күбеһе бәләкәй соҡор уйымына бер һуғыуҙан тупты индерә алмай. Гольф уйнау ҡағиҙәләре байтаҡ. Бынан тыш, майҙансыҡта ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Ҡыҙыл Шишмә ауылы урта мәктәбендә төрлө ауырлыҡтағы дүрт уйын этабын үтергә мөмкин. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Ольга Черепанова әйтеүенсә, был спорт төрө тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә, физик яҡтан нылҡы әҙерлек талап итә.
Ольга Черепанова, Ҡыҙыл Шишмә ауылы урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы: «Мәктәпкә гольф уйнау өсөн спорт йыһаздарын йәйгеһен бүләк иттеләр, каникулда лагерға йөрөгәндә үк балаларҙа был уйынға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды. Уҡытыусылар ҙа интернет ярҙамында барлыҡ ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы өйрәнде, шулай ҙа профессиональ спортсыларҙан оҫталыҡ дәрестәрен үтергә ине».
Шахмат уйынындағы кеүек, бында ла аҡыл һәләте кәрәк. Әгәр ҙә бала йүгерергә, һикерергә ярамағанлыҡтан физкультура дәрестәренән бушатылған икән, гольф буйынса дәрестәргә йөрөй ала. Уйын физик әүҙемлек талап ителә, көсөргәнеш башлыса ҡулдарға төшә.
Йәйгеһен мәктәп етәкселеге гольф буйынса уҡыусылар араһында ярыш ойошторорға ниәтләй. Бәйге синыф-ара ғына үтәсәк, ни тиһәң дә, райондың башҡа белем усаҡтарында әлегә ошондай ҡиммәтле спорт йыһаздары юҡ. Әйткәндәй, Ҡыҙыл Шишмәлә йәшәүсе егет-ҡыҙҙар баскетбол буйынса күп еңеүҙәргә ирешкән дә инде.
Үҫмерҙәр ҡышҡы спорт төрҙәрен дә үҙ итә. Ауыл янында тау саңғыһы комплексы урынлашҡан. Мәктәп уҡыусылары унда аҙнаһына бер тапҡыр бушлай шөғөлләнә ала. Бынан тыш, урында ике хоккей майҙансығы ла бар. Дәрестәрҙән һуң барыһы ла сәкән һуғырға, конькиҙа шыуырға ашыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Черепанова Ольга
14.12.2016 18:10:13
Доброго времени суток! Подскажите, пожалуйста, как можно получить видео про гольф в Нуримановском районе? (скачать, переслать..?)
Администратор
15.12.2016 15:31:36
Здравствуйте, позвоните в редакцию новостей по номеру: 8(347) 292-74-80.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика