Герой иҫтәлегенә көрәш турниры 15.05.2017

Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан келәм батырҙары билбау тотто. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярышта республика район-ҡалаларынан һәм Татарстандан алтмыштан ашыу ҡатнашыусы көс һынашты.

Винер Нәбиев көрәш менән алты йыл профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Спортсы республика, Бөтә Рәсәй ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат исемен яулай. Әммә келәмгә сыҡҡан һайын үҙемде бәйгелә тәүге тапҡыр һынаған кеүек тулҡынланам, ти ул. Винерҙы аңларға була, турнирҙа ул йәш  спортсыларға үрнәк күрһәтергә тейеш.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа арналған турнирға шулай уҡ Татарстандан һәм Ырымбур өлкәһенән дә көрәшселәр килде. Бәйгене асыу тантанаһында
ойоштороусылар башҡорт халҡының арҙаҡлы улы тураһында һөйләп, сараның йәш быуында илһөйәрлек рухын тәбриәләүен билдәләне. Ярыш барышында көрәшселәрҙе «Йәшел береттар» ансамбле патриотик йырҙары менән ҡеүәтләне.
Ысынлап та, район-республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләр йәштәрҙә сәм уятып, ҙур спорт донъяһына әҙерлек булып тора. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә утыҙҙан ашыу төбәк ҡатнаша, улар араһында Башҡортостан тәрбиәләнеүселәре даими рәүештә лайыҡлы сығыш яһай. Йәш егеттәр менән бер рәттән көрәш спорты буйынса ветерандар ҙа үҙ-ара көс һынашты. Октябрьский ҡалаһынан килгән Вәкил Ризуановҡа - 53 йәш. Йәш сағында һабантуйҙарҙа ал бирмәгән уҙаман, көсөнә әле лә ышана.
Быйыл Муса Ғайса улының тыуыуына - 95 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә ҡаһарманлыҡ дәрестәре, геройҙың иҫтәлегенә арналған кисәләр, конференциялар, викториналар ойоштороу күҙаллана.  
250 тапҡыр осош яһап, ике тапҡыр Советтар Созы Геройы исемен алған Муса Гәрәевтың рухын яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Йыл һайын волейбол, футбол, көрәш буйынса ярыштар уҙғарылып, йәш быуын герой исемен белеп үҫә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика