Футбол буйынса премьер-лига командалары тәнәфескә туҡтаны

Футбол буйынса премьер-лига командалары тәнәфескә туҡтаны 09.12.2014

«Өфө» клубы 17-се турҙа  Мәскәүҙә урындағы «Торпедо» командаһы менән осрашты.

Осрашыу яҡташтарыбыҙ өсөн уңышлы башланды. 20-се минутта уҡ Диего Карлос иҫәпте асыуға өлгәште. Әммә бер аҙҙан уйын ҡағиҙәһен боҙғаны өсөн Игорь Колыванов дружинаһы аҙсылыҡта ҡалды. Шулай ҙа  Денис Тумасян артабан дәғүәселәр ҡапҡаһына икенсе тупты индерҙе. Майҙан хужалары иһә тәнәфескә туҡтар алдынан бер яуап голы,  ә 65-се минутта иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Шулай итеп осрашыу бер кемдең дә еңмәүе, 2-2 иҫәбе менән тамамланды.  Башҡортостан командаһы ҡышҡы тәнәфескә  18 мәрәй менән турнир таблицаһының 11-се урынында туҡтаны. Киләһе турҙы «Өфө» клубы Мәскәүҙең «Динамо»һы менән мартта үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика