Футбол буйынса Башҡортостан чемпионатында сығыш яһаусы командалар өсөн быйылғы миҙгел иң көсөргәнешлеһе булмаҡсы

Футбол буйынса Башҡортостан чемпионатында сығыш яһаусы командалар өсөн быйылғы миҙгел иң көсөргәнешлеһе булмаҡсы 07.09.2015

Сөнки чемпион исеменә бер юлы биш коллектив дәғүә итә. Улар араһында Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Учалы вәкилдәре бар.

Ял көндәрендә үткән  турҙа лидерҙарҙың барыһы ла  еңеүгә өлгәште. Атап үткәндә, Салауаттың "Зенит" футболсылары Өфөнөң "ФШМ Динамо" клубын 16-0, Стәрлетамаҡтар баш ҡаланың тағы ла командаһы- "Академия"ны 5-0 иҫәптәренә ҡыйратты. Ә инде Учалылар "Девон" менән осрашып 3-2 иҫәбенә еңеү яулаһа, "Арарат" футболсылары Туймазының "Спартак"  клубын  7-2 иҫәбенә отто. Шулай итеп турнир таблицаһында 38 мәрәй менән "Зенит" командаһы алда бара. Әммә Стәрлетамаҡ менән Арарат футболсылары салауатарҙан берешәр мәрәйгә генә ҡалыша. Киләһе тур йәкшәмбегә тәғәйенләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика