Физкультурниктар көнөнә ҙур бүләк

Физкультурниктар көнөнә ҙур бүләк 13.08.2016

Башҡортостан рапирасылары Рио де Жанейро ҡалаһында үткән йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә алтын миҙалдар килтерҙе. Артур Әхмәтхужин, Тимур Сафин һәм Алексей Черемисинов  финалда Франция йыйылма командаһына ҡаршы алышты.

Иҫәп яҡташтарыбыҙ файҙаһына 45-кә 41. Рапирасыларҙың 1996 йылдан бирле Олимпиадала алтын миҙал алғаны юҡ ине. был еңеүҙәре менән Башҡортостан спортсылары тарих яҙҙы. Олимпиаданың тәүге көндәрендә  Тимур Сафин иһә шәхси беренселектә лә бронза миҙал алыуға өлгәште.
Дөйөм иҫәп буйынса  Рәсәй  йыйылма командаһы 5 алтын, 8 көмөш һәм 9 бронза миҙал менән Олимпия уйындарында етенсе урында килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика