Финляндияла Карьял кубогына Еврохоккей турының беренсе этабы тамамланды

Финляндияла Карьял кубогына Еврохоккей турының беренсе этабы тамамланды 09.11.2015

Унда «Салауат Юлаев» клубының алты вәкиле ҡатнашты.  

Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы уйындарҙа чехтарҙан буллиттар буйынса 3-4 иҫәбенә отолһа ла, Кубоктың бронза призеры исемен яуланы. Уның составында  Игорь Григоренко менән Николай Прохоркин уйнаны. Кубок еңеүселәре Финляндия һәм Швеция командалары матчында билдәләнде. Швед командаһы исеменән бер шайбаны Линус Умарк индерҙе. Шулай уҡ уның клубташы Андреас Энкгвист та чемпион исемен яуланы. Көмөш командала шведтарға ҡаршы ике шайбаны шулай уҡ «Салауат Юлаев» клубы хоккейсылары Сами Леписте менәнТеему Хартикайнен индерҙе. Иртәгә  юлаевсылар Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уйындарын яңырта. Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда урындағы «Аҡ Барс» менән көс һынаша. Игорь Григоренко, Карьял Кубогында йәрәхәтләнеүе арҡаһында, Татарстанға бара алмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика