Финляндия белгесе Эркка Вестерлунд «Салауат Юлаев» клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде 24.03.2017

Был турала бөгөн Өфө командаһының рәсми сайты хәбәр итте. 59 йәшлек тренер менән килешеү ике йылға иҫәпләнгән.

Эркка Вестерлунд етәкселегендә Финляндия йыйылма командаһы 2006 йылда Олимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы. Шулай уҡ Суоми хоккейсылары донъя чемпионаттарында көмөш һәм бронза миҙалдарға эйә булды. Бынан тыш, ул «Йокерит» клубының баш тренеры булған ваҡытта юлаевсыларға ҡаршы бер нисә осрашыу уҙғарҙы. Әйергә кәрәк, «Салауат Юлаев» клубы үҙ тарихында тәүге тапҡыр сит ил тренеры менән килешеү төҙөнө.
Леонид Вайсфельд, «Салауат Юлаев» клубының генераль менеджеры: «Әлегә тиклем Рәсәй командаһы менән бер тапҡыр ҙа эшләмәү әллә ни ҙур проблема тыуҙырмаҫ тип уйлайым. Сөнки уның ярҙамсылары менән осрашҡанда, сит ил белгестәренең беҙҙең  хоккейсыларҙы яҡшы белеүҙәренә аптыраным. Улар шулай уҡ Скандинавия илдәре һәм Канада уйынсылары тураһында ла даими мәғлүмәт туплап бара. Шулай булғас киләсәккә яҡшы өмөттәр бағларға мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика