Федоровка спортсылары Европа беренселегенә әҙерләнә 25.01.2016

Райондың гер күтәреү буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Айнур Вәлитов үҫмерҙәр араһында Башҡортостан ярыштарында еңеп, Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы яулаған. Был ярышта ла беренселекте яулаған осраҡта ул Европаға юлламма аласаҡ.

Айнур әйтеүенсә, был уның күптәнге хыялы. 10 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, спорт мастеры кандидаты герҙы 1 се синыфтан алып күтәрә. Уның менән бергә секцияла ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. Гүзәл зат вәкилдәре лә был спорт төрөндә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Мәҫәлән, Ариана Маннапова райондың иң яҡшы йәш спортсыһы исеменә лайыҡ булған, бынан тыш ҡыҙ республика кимәлендәге ярыштар призеры. Ариана яҡындары араһында, ғәҙәттә ир-аттар шөғөлләнгән спорт төрө менән мауығыуымды аңлап етмәүселәр ҙә бар ти, быға ҡарамаҫтан герҙан баш тартырға уйламай. Был спорт тәү сиратта түҙемлеккә, ныҡышмал булырға өйрәтә ти йәштәр.
Әле район үҙәгендә гер секцияһына даими рәүештә 7-8 кеше йөрөй. Мәктәп уҡыусыларында спортҡа ҡыҙыҡһыныу ҙур ти тренер Ирек Исхаҡов. Хатта башланғыс синыфтар уҡыусылары ла гер күтәреү теләген белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика