Өфө районының Йоматау ҡасабаһында егеүле эттәр ярышы үтте 04.03.2017

Унда 35 ярышсы ҡатнашты. Быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған  үҙенсәлекле спорт ярышының георафияһы ла бай. Зооспорт төрөн федерацияһы ағзалары Силәбе, Магнитогорск, Һамар,Тольятти, ӨФө  ҡалаларынан килгән.  Ярыштарҙа башлыса хаски тоҡомо ҡулланыла.

Сыҙам һәм  күндәм холҡло хаски себер  тоҡомло эттәре бигерәк тә бала-сағаны үҙ итә. Бындай ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн эт хужаларына көн һайын  күнекмәләр үткәрергә тура килә.Илдар Әхмәтов был спорт төрөн  дүрт йыл элек һайлаған. Уның дүрт аяҡлы дуҫы Томан бөгөнгө ярышта һынатмаған,уңышылы сығыш яһаған.  
Финишты уңышлы үтеүселәрҙе  хужабикәләре термостарҙа йылы һурпа менән көтә.Әйткәндәй, хаски тоҡомло эттәр үҙенсәлекле. Улар артыҡ  күп ашамай һәм көн һайын физик ауырлыҡ үтәргә тейеш. Нуғай ҡасабаһыда йәшәүсе Булат Өмөтбаев был спортта күптән үҙ кеше. Ул бөгөнгө ярышҡа дүрт эт егеп килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика