Өфөнөң «Зенит» клубы менән уйынына фаерҙар алып ингән Санкт-Петербург көйәрмәндәрен судҡа биргәндәр

Өфөнөң «Зенит» клубы менән уйынына фаерҙар алып ингән Санкт-Петербург көйәрмәндәрен судҡа биргәндәр 10.08.2015

Был турала бөгөн мәғлүм булды. Питер клубының өс көйәрмәненә ҡарата спорт ярыштарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса административ протокол төҙөлгән. Улар уйын барышында тыйылған фаерҙарҙы яндырыуҙа ғәйепләнә. Көйәрмәндәргә асылған эш Өфө ҡалаһының Орджоникидзе судына ебәрелгән. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы 3 мең һумға тиклем штраф йәки 5 йылға тиклем Премьер лига уйындарын стадиондан ҡарауҙы сикләү кеүек яза көтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көн элгәре, яңыртылған «Нефтяник» стадионында  Өфө илдең ғәмәлдәге чемпионы - Санкт- Петербургтың «Зенитын» ҡабул итте. Трибуналар көйәрмәндәр менән туп-тулы ине. Улар ярҙамында Игорь Колыванов командаһы ҡунаҡтарға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтте. Үҙ өҫтөнлөгөн Питер клубы уйын аҙағында ғына күрһәте алды. Халктың алыҫтан типкән тубын Өфөнөң ҡапҡа һаҡсыһы Давид Юрченко кире ҡаҡҡы, әммә Данни сосораҡ булып сыҡты һәм уңышҡа өлгәште. Бергә ноль менән Санкт- Петербург турнир таблицаһын етәкләне.
Мигель Данни,  «Зенит» клубының ярымһаҡсыһы:  «Көслө команда менән уйнаныҡ. Яһалма үлән ҡпланмаһы беҙҙең файҙаға булмаһа ла,  еңдек һәм үҙ иҫәбебеҙгә өс мәрәй яҙҙыҡ. Ә был иң мөһиме».
Давид Юрченко, «Өфө» клубының ҡапҡа һаҡсыһы:  «Зенит кеүек команда менән уйнау һәр ваҡыт ҡыҙыҡ. Үҙҙәре лә уйнай, башҡаларға ла уйнарға мөмкинлек бирә. Ҡыҙғанысҡа, көсөбөҙ саҡ ҡына етмәне, көйәрмәндәребеҙҙе ҡыуандыра алманыҡ».
Киләһе уйынды Өфө ситтә, 17 август Саранск ҡалаһының «Мордовия» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика