Өфөнөң Урмансылар паркында мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн инклюзив спорт майҙансығы эшләй башланы 07.06.2017

Совет районы хакимиәтенең йәмәғәт советы тәҡдименән һуң, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды һәм ҡала ойошмалары ярҙамында асылған спорт майҙансығына килеүселәрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәт һау-сәләмәт малай-ҡыҙҙарҙан айырып ҡарарға тейеш түгел. Улар физик яҡтан көслө булған тиҫтерҙәре менән бергә белем алырға һәм төрлө уйындарҙа ҡатнашыу бәхетенә эйә булырға тейеш. Телеүҙәктә йәшәүсе Софья Журавлева  бындай майҙансыҡ ҡоролоуына һөйөнөп бөтә алмай. Тимәк, ошо көндән башлап уның тормошо фатир эсендә һәм яҡын-тирәләге скверҙа ғына үтмәйәсәк. Ул иркенләп яҡты, сағыу һәм коляска өсөн махсус юлдары булған спорт майҙасығында уйнай ала.
Александра Кондукторова, Софья Журавлеваның әсәһе: «Бында беҙ йыш киләсәкбеҙ. Ошондай сағыу һәм яҡты спорт майҙансығы асылыуы хаҡында башҡа ата-әсәләргә лә хәбәр итәсәкбеҙ. Беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бында тыуған көндәрҙе һәм башҡа шатлыҡлы осрашыуҙарҙы ойошторорға мөмкин».
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға яҡшы шарттар тыуҙырылыуына ирекмәндәр ҙә шат. Балаларға ихлас ярҙамды һәм күңел йылыһын улар йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса башҡара.  
Заман һәм экологик талаптарға яуап биргән майҙансыҡ Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең йәмәғәт советы тәҡдиме менән «Мәрхәмәт» хәйриә фонды һәм баш ҡала предприятиелары ҡатнашлығында ҡоролған.
Баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә һәм Урмансылар паркындағы балалар майҙансығы кеүек спорт менән шөғөлләнеү урындарын  аҙым һайын урынлаштырыу мөмкин дә түгел, әммә башҡа ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, улар баш ҡаланың бер-нисә өлөшөндә урынлаштыррыласаҡ. Иң мөһиме-батыр балалар үҙҙәрен ышаныслы һәм бәхетле тойһон.
Был спорт объекты батыр балалар өсөн. Өфөлә, Урмансылар паркында, мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар башҡа тиҫтерҙәре менән бергә заманса, сағыу майҙансыҡта уйнай һәм ял итә ала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика