Өфөнөң «Толпар» хоккейсылары үҙ боҙонда Ханты-Мансының «Югра Монттары»н ҡабул итте 15.09.2015

Иҫәпте беренсе осор уртаһында Артём Пименов асты. Артабан Булат Мәрғәмов менән Марат Кашапов дәғүәселәр ҡапҡаһына икенсе, өсөнсө шайбаларҙы индерҙе.   Ҡунаҡтар иһә уйындың һуңғы минуттарында ғына бер тапҡыр уңышҡа өлгәшә алды. Иҫәп 3-1. Был еңеүҙән һуң Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре 8 мәрәй менән көнсығыш дивизионда дүртенсе баҫҡысты биләй. Киләһе осрашыуҙы улар 19 сентябрҙә Силәбенең «Аҡ айыуҙары»на ҡаршы үткәрә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика