Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Омскиҙа урындағы  «Авангард» командаһы менән көс һынашты 22.01.2015

КХЛ регламентына ярашлы, яҡтар быйылғы миҙгелдә бер-береһе менән бишенсегә осрашты. Әлегә тиклемге уйындарҙың барыһында ла дәғүәселәр өҫтөнөрәк булды.

Көйәрмәндәр был юлы, ниһайәт, еңеү Владимир Юрзинов яғында буласаҡ тип фаразлап өлгөргәйне инде. Сөнки икенсе осорҙа юлаевсылар 4:1 иҫәбе менән алда барҙы. Әммә майҙан хужалары  осрашыу аҙағына тиклем иҫәпте тигеҙләй алды. Һуңғы шайбаны улар яҡташтырыбыҙ күпселектә уйнағанда индерҙе. Шулай ҙа овертаймда уңыш «Салауат Юлаев» клубына йылмайҙы. Денис Толпеко тырышлығы менән Өфө клубы 5:4 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе осрашыуға килгәндә, 26 ғинуарҙа юлаевсылар  Вячеслав Быков етәкселегендәге Санкт-Петербургтың "СКА" хоккейсыларын ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика