Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы бөгөн  үҙ боҙонда Новосибирскиҙың «Себер» командаһы менән осраша 24.02.2015

Бөгөнгө уйын Континенталь хоккей лигаһының етенсе миҙгелендә плей-офф алдынан һуңғыһы. Унда яҡташтарыбыҙҙың Гагарин кубогы өсөн көрәштә дәғүәселәре билдәләнә. Әлегә Көнсығыш конференцияһында етенсе урын биләүсе юлаевсыларҙың артабан  Ҡазандың «Аҡ барыҫы» , Новосибирскиҙың «Себере» йәки Магнитогорскиҙың «Металлургы» менән көрәшеүе ихтимал. Өфөләге матч ғәҙәттәгесә, киске сәғәт етелә башлана. Уйынды Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтә.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика