Өфөнөң Киров районында ремонттан һуң спорт майҙансығы сафҡа инде

Өфөнөң Киров районында ремонттан һуң спорт майҙансығы сафҡа инде 13.09.2014

Объектта йәй волейбол, футбол уйнарға, ҡыш  һырғалаҡта шыуырға мөмкин.

Майҙансыҡта спорт уйындары өсөн бөтә шарттар ҙа бар: тулыһынса асфальт йәйелгән, тирә яғы кәртәләнгән, махсус һыҙыҡтар һыҙылған. Яңы майҙансыҡтың асылыуын үҫмерҙәр көтөп алған. Әле балалар бында рәхәтләнеп футбол уйнай. Ҡышҡыһын хоккей уйнарға, конькиҙа шыуырға ниәтләй. Ә майҙансыҡ торошона Киров районының коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре яуаплы. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, объект йыл әйләнәһенә таҙартылып торасаҡ. Ҡар яуғас бында боҙ менән ҡапланған уңайлы һырғалаҡ эшләү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку