Өфөлә йыл һайын ике йөҙҙән ашыу ата-әсә балаһын художестволы гимнастика түңәрәгенә бирә

Өфөлә йыл һайын ике йөҙҙән ашыу ата-әсә балаһын художестволы гимнастика түңәрәгенә бирә 07.01.2015

Ләкин уларҙың күбеһе үҙҙәре өсөн генә шөғөлләнә, матур, шул уҡ ваҡытта ауыр  спорт төрөндә карьера эшләүселәр һирәк.

9 йәшлек Анжелика Әсләмова художестволы гимнастика менән дүрт йәшенән шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә күпме күҙ йәше түгелгәнен, ауырлыҡтар аша үтеүен ул үҙе генә белә. Ләкин барыһын да еңеп сыға алдым, тип ҡыуана йәш спортсы. Анжелика Әсләмова, художестволы гимнастика менән шөғөлләнеүсе: «Киләсәктә спорт мастеры булырға теләйем. Шуға ла күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Былтыр төркөм менән Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Унда беренсе һәм икенсе урындар яуланыҡ. Миңә гимнастика менән шөғөлләнеүе ныҡ оҡшай. Хәрәкәттәр еңел бирелә». Художестволы гимнастика сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Был ҡыҙҙар араһында ни бары ике йәшлек кенәләре лә бар. Уларҙың һәр береһе махсус диета тота. Көн һайын сәғәттәр буйы күнекмәләр яһай. Гүзәл Ғәлишина ла ҡыҙын бала саҡтан спортҡа бирә. Барыһы ла ҡыҙымдың көслө рухлы һәм сәләмәт булып үҫһен өсөн, ти әсә. Ҡыҙҙар төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Алдарына ҡуйған маҡсаттары ла күп. Олораҡ гимнастар быйыл үтәсәк Рәсәй һәм республика беренселегенә әҙерләнһә, кескәйҙәр район кимәлендәге ярыштарҙа сығыш яһарға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика