Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы дауам итә

Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы дауам итә 25.08.2014

Турнирҙың өсөнсө көнөндә «Толпар» клубы Финляндияның «Эспоо Блюз» командаһы менән осрашты.

Тәүге турҙа уңышһыҙлыҡҡа дусар булған Башҡортостан хоккейсылары  был юлы көслөрәк  уйын күрһәтте. Һөҙөмтәлә улар  5:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шайбаларҙы яҡташтарыбыҙҙан Артур Мансуров, Степан Хрипунов, Василий Жилов  һәм ике тапҡыр Алексей Митрофанов индерҙе. Ә бына  Мәскәүҙең «Спартак» клубы хоккейсылары әлегә алдыра алмай. Улар кисә Австрия вәкилдәренән  3:4 иҫәбенә отолдо. Бөгөн Венер Сафин тәрбиәләнеүселәре «А» төркөмө лидеры - Чехия хоккейсылары менән осраша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку