Өфәлә йәш батырҙар бил һынашты

Өфәлә йәш батырҙар бил һынашты 15.04.2017

Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһының «Шоңҡар» спорт комплексында  көрәш буйынса турнир үтте. «Урал батыр»ға арналған бәйге  гимназия һәм лицейҙарҙа белем алыусы алтмыш үҫмерҙе  бер келәмгә йыйҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Башҡорт йәштәре иттифағы тәҡдиме менән ойошторолған турнир иң көслө һәм таһыл егеттәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.  Был спорт төрө йәй башында үтәсәк  милли байрам - һабантуйҙарға әҙерлектең бер этабы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика