Өфөлә U-17 спорт мәктәптәре командалары араһында футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды 10.07.2017

Турнирҙың хәл иткес матчында Краснодар коллективы менән  Мәскәүҙең «Чертаново» командаһы осрашты. Мәскәү командаһы - спорт мәктәптәре араһында ике тапҡыр ил чемпионы. Краснодарҙарҙың ундай уңыштары булмаһа ла, был төбәктең спорт мәктәбе шулай уҡ илдә иң көслөләрҙән һанала.

Тәүге таймда уҡ Мәскәү уйынсылары ҡаршы ҡапҡаға ике туп индерҙе. Шул уҡ ваҡытта ике команданың да тренерҙары үҙҙәренең тейешһеҙ ҡыланышы өсөн матчтан ситләтелде.  
Станислав Коротаев, «Чертаново» командаһы тренеры /Мәскәү/: «Әлбиттә, эргәлә ярҙамсы булғанда көрәшеүе еңелерәк. Ләкин уйында ошондай хәлдәр ҙә була. Ауырыраҡ булһа ла, теҙгенде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыштыҡ».
Матч  барышын Краснодар уйынсыһы голы үҙгәртеп ебәргәс, көньяҡ ҡунаҡтары үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойоп һөжүмгә күсте. Әммә «Чертановоның» иң яҡшы уйынсыһы Дмитрий Молчанов осрашыуҙы 3-1 иҫәбе менән тамамланы. Шулай итеп, турнир һөҙөмтәләре буйынса «Өфө» командаһы Рәсәй спорт мәктәптәре араһында 11-се урын яуланы. Өсөнсө урында Санкт-Петербургтың «Зенит» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Икенсе урында Краснодарҙар һәм турнир еңеүселәре тип «Чертаново» командаһы билдәләнде.  
Дмитрий Молчанов, «Чертаново»  командаһы һөжүмсеһе  /Мәскәү/: «Иң мөһиме - тупты күҙҙән ысҡындырмау. Мин ошолай иттем дә һәм гол индерҙем».
Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары,  «Өфө» футбол клубы президенты: «Спорт күҙлегенән был бик һәйбәт турнир. Спорт мәктәбен тамамлаусы егеттәр Рәсәй футболының киләсәге. Улар киләсәктә РФПЛ һәм ФНЛ командаларын тулыландырыр,  тип уйлайым».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика