Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сәкән һуғып ярышты

Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сәкән һуғып ярышты 06.03.2017

Ял көндәре Өфө боҙ һарайы алдындағы һырғалаҡта хоккей буйынса ярыш үтте. Спорт бәйгеһе «Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы- сәләмәт тормош яҡлы» акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Өс команда уйынсылары ла махсус хәрби кейемдә етеҙлектә көс һынашты. Был юлы, ҡала халҡы янғын һүндереүселәрҙең боҙҙа ла үҙҙәрен һынатмауына ҡарап һоҡланды. Уйынсылар әйтеүенсә, йыл әйләнәһенә уҙғарылған спорт ярыштары хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим.

Марат Яхин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәре: «Йәй, яҙ көндәре хеҙмәткәрҙәр араһында волейбол, футбол, баскетбол турнирҙары уҙғарыла. Әлбиттә, спорт ярыштары беҙҙең өсөн бик кәрәкле. Сөнки ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарар ҡабул итеү, етеҙлек, һиҙгерлек кеүек сифаттар талап ителә».
Ҡала халҡы өсөн боҙ һарайы алдында янғын һүндереү техникаһы, ҡоралдары һәм ҡорамалдарынан төҙөлгән күргәҙмә ойошторолдо. Көйәрмәндәр өсөн дә спорт майҙансығында сәмле ярыш уҙғарылды, улар хәрби кейемдәрҙе ваҡытҡа кейеп, тиҙлектә көс һынашты. Шулай уҡ ҡала халҡы спорт ярыштары мәлендә ялан аҙығын тәмләп ҡарай алды.
Марат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе: «Флешмобтың маҡсаты халыҡты спортҡа йәлеп итеү. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр сәләмәт тормош алып барыу яҡлы, шуға ла һәр бер сараны күтәреп алырға әҙер торалар. Икенсенән, ҡала халҡы, бигерәк тә балалар өсөн ҡыҙыҡлы. Улар күргәҙмәне ҡарап, һәр бер экспонат менән яҡынлан таныша ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика