Өфөлә төбәк-ара мәҙәни-спорт фестивале бара

Өфөлә төбәк-ара мәҙәни-спорт фестивале бара 04.11.2014

Өфөлә төбәк-ара мәҙәни-спорт фестивале бара. Ярышта Волга буйы федераль округы төбәктәренән диабет менән сирләгән балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Бәйгенең бөгөн икенсе көнө. Шәкәр диабеты менән сирләп тә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә була, ти фестивалдә ҡатнашыусылар.

Шау-гөр килеп эстафетала ҡатнашыусы һәм ҡаяға үрмәләүсе үҫмерҙәргә ҡарап, уларҙы яҙмыш һынауына дусар булған тип әйтерлек түгел. Киреһенсә, уларҙың еңеүгә ынтылыштары көслөрәк тә, сәмлерәк тә тойола. Бәйге 7 ноябргә тиклем бара. Үҫмерҙәр Татарстан һәм Сыуаш Республикаларынан, Ырымбур, Һарытау, Киров өлкәләренән килгән. Башҡортостандан ике команда ҡатнаша.
Ирина Минаева: «Был көндәрҙә үҫмерҙәр уйнай, ярыша һәм күңел аса, бер-береһе менән аралаша. Башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе үҙҙәре кеүек үк сирлеләр менән тәжрибә уртаҡлаша. Тормошта килеп тыуған хәлдәрҙе ошондай кәйеф күтәренкелеге менән йырып сығырға өйрәнә».
Шәкәр диабеты - инсулин (ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны) етешмәгәнлектән, аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа, ауырыуҙар артҡандан-арта бара һәм уның «йәшәреүе» күҙәтелә. Тап әүҙемлек организмды дөрөҫ эшләргә көйләй. Спорт шәкәр диабетынан дауаланыу комплексына инә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡан әйләнеше яҡшыра, тән туҡымалары инсулинды тиҙерәк үҙләштерә.
 Рәмзиә Алишева, республика балалар клиник дауаханаһы табип-эндокринологы: «Физик күнекмәләр ваҡытында балалар ҡанындағы шәкәр кимәлен сәғәт һайын тиерлек үлсәп тора. Ул түбән булһа, углевод ҡабул итәләр. Үҙҙәре менән һәр ваҡыт һут, кәнфит йөрөтәләр».
 Фестиваль Башҡорт дәүләт филармонияһында гала-концерт менән тамамлана. Еңеүселәр кубоктар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш, республикала барған «Диабетҡа ҡаршы көрәштә» хәйриә акцияһын йомғаҡлау сиктәрендә ҡайһы бер балаларға инсулин помпалары ла бүләк ителәсәк. Аҙна буйы барған күркәм сарала үҫмерҙәргә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, билдәле спортсылар менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку