Өфөлә шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн бушлай дәрестәр  уҙа 21.03.2016

Яңы проект миллион һумдан ашыу федераль грант ярҙамында ойошторола башлаған.

Әле төркөмдә 30 бала шөғөлләнә. Шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн махсус методика ҡулланыла. Дәрестәрҙе алып барыусы тренер Арсен Зиннәтуллин әйтеүенсә, спорт балаларға һауығырға ярҙам итә. Күнекмәләрҙән һуң уларҙың хәле күпкә яҡшыра. Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр ойошторола.
Арсен Зиннәтуллин, тренер: «Шәкәр диабеты менән ауырыусы балалар менән алтынсы йыл эшләйем. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек. Улар араһында спортта республика кимәлендә беренсе, Волга буйы чемпионатында призлы урындар яулаусылар бар. Йыш ҡына ундай балаларҙы спортҡа алмайҙар. Мин үҙем махсус уҡыуҙар үттем. Хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында табиптар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика