Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Николай Попов иҫтәлегенә арналған дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте 23.01.2017

Сарала илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Иң күп алтын миҙалға Силәбе өлкәһе лайыҡ булды. Ә Башҡортостан командаһы спортсылары кәүҙә ауырлығы буйынса өс  өсөнсө урын яуланы.

Вадим Сафонов, Башҡортостандың дзюдо федерацияһы президенты: «Спортсы ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы, улар лайыҡлы сығыш яһаны. Улар республикала дзюдоның киң үҫешеүен күрһәтте. Киләсәктә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлгә сығырлыҡ спортсылар тәрбиәләй алырбыҙ тип ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика