Өфөлә милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса   республика фестивале үтте 11.10.2014

Быйыл йәй президент Владимир Путин милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелгән законға ҡул ҡуйғайны.  Уны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бөгөн Өфөлә милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса   республика фестивале үтте.  Бәйгелә республика райондарынан  өс тиҫтәгә яҡын йыйылма  команда ҡатнашты. Улар милли көрәш  һәм гер күтәреү буйынса көслөләрҙе билдәләне. Тап ошо  спорт төрҙәре  Башҡортостанда ҙур абруй ҡаҙанған, ти ойоштороусылар. Шуға ла республика көнөнә арналған ярыштар барлыҡ  ауырлыҡ үлсәмдәрендә лә ҡыҙыу барҙы.

Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса Илфаҡ Ибәтуллин, Рәмил Ғәлимов, Артур Зөлҡәрнәев, Айгиз Зәйнетдинов, Наил Хәмиҙуллин һәм башҡалар үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Улар Милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә  ҡатнашыу хоҡуғы алды.  Мәртәбәле бәйге быйыл декабрь башында Өфөлә үтер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика