Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса  ярыштар башланды 19.10.2015

Дүрт көн дауам итәсәк бәйгелә  19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында иң көслөләр  асыҡланасаҡ.  

Ярышҡа баш ҡала вәкилдәренән тыш, Стәрлетамаҡ, Яңауыл һәм Сибайҙан килеүселәр ҙә бар. Еңеүселәр Сочиҙа үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай.  Өфөлә уҙған ярыштарҙың төп үҙенсәлеге - уйындарҙың быяла залда ойошторолоуы. Шуға ла балаларының сығыштарын ата-әсәләләр ситтән күҙәтә ала.  
Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шашка спортын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.  Был йәһәттән Сибайҙы ысын мәғәнәһендә шашка үҙәге тип атарға мөмкин. Бөгөн ҡала ошо спорт төрө менән йәшәй тиерлек, ярыштар, бәйгеләр үтә, шашка секциялары селтәре ойошторолған.  Өфөләге ярыштарҙа ла Сибай вәкилдәре һынатмаҫҡа иҫәп тота.
Айгөл Сафина, ярышта ҡатнашыусы /Сибай ҡалаһы/: «Был ярышҡа мин аҙна дауамында ныҡлап әҙерләндем. Әммә бында юғары разрядҡа эйә булған көслө шашкасылар сығыш яһай. Шуға ҡарамаҫтан яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшермен тип өмөтләнәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика