Өфөлә һәүәҫкәр командалар араһында мини-футбол буйынса Салауат Юлаев кубогына турнир үтте 25.04.2016

Ярышта ҡатнашыусыларҙың береһе лә футбол менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнмәй, ә уҡыуҙан һәм эштән буш ваҡыттарында ғына уйнай. Үҙ көсөн һынап ҡарарға республиканың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Свердловск һәм Һамар өлкәләренән дә командалар килде.

Һуңғы ике йылда күсмә кубокты Бөрйән футболсылары яулағайны. Әммә ул ваҡытта ҡатнашыусылар һаны быйылғыһы менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк  ине, ти ойоштороусылар.  Шуға ла  был юлы Салауат Юлаев кубогы өсөн көрәш айырыуса ҡыҙыу барҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға тәүге тапҡыр Һамар өлкәһе командаһы лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Бөрйән менән Әбйәлил футболсылары бүлеште.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика