Өфөлә ирекле көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте 31.01.2015

1998-99-сы йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында ойошторолған ярышта республиканың төбәктәренән килгән спортсылар көс һынашты.

Баш ҡаланың 14-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙған бәйге уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки  тамырҙары менән Боронғо Грецияға барып тоташҡан был Олимпия спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр   йылдан-йыл арта бара. Ярышта малайҙар менән бер рәттән  ҡыҙҙар ҙа юғары оҫталыҡ күрһәтте. Ә инде үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеүсе көрәшселәр Башҡортостан йыйылма командаһы составында Волга буйы федераль округы беренселегендә сығыш яһау мөмкинлеге алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика