Өфө халыҡ-ара спорт үҙәгенә әүерелде 12.09.2016

Икенсе тапҡыр ойошторолған марафон  ике мең ярымдан ашыу спортсыны йыйҙы. Быйылғы бәйге еңел атлеттарға өҫтәмә ҡаршылыҡтар тыуҙырҙы. Сөнки уларға ямғыр аҫтында йүгерергә тура килде.

Шулай ҙа 216 спортсы һынауҙы уңышлы үтте. 42 километр 195 метр араны беренсе булып Свердловск өлкәһенән Алексей Никоноров үтте. Бының өсөн уға 2 сәғәт 22 минут самаһы ваҡыт талап ителде. Икенсе баҫҡысҡа  Алексейҙың яҡташы  Максим Никольников лайыҡ булды. Өсөнсөлә Силәбенән Семен Карягин. Ир-аттар менән бер рәттән Паралимпия уйындары чемпионы Елена Паутова ла яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Ул финишҡа һигеҙенсе булып килде. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Екатеринбургтан Ольга Пашагина менән Өфөнән Динара Хисмәтуллина. Бынан тыш, спортсылар ярыммарафонға һәм 10 саҡрым араға йүгереүҙә көслөләрҙе асыҡланы. Төрлө дәрәжәләге 12 урындың унауһын Башҡортостан вәкилдәре яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика