Өфөгә Дерлюк кәрәкмәй

Өфөгә Дерлюк кәрәкмәй 19.04.2016

«Салауат Юлаевө» клубы һаҡсы Роман Дерлюк менән килешеүҙе оҙайтмаҫҡа ҡарар иткән. Уйынсының контракты 30 апрелдә тамамлана. Уға яңы килешеү тәҡдим итеү ҡаралмай. Был турала Спорт агентлыҡтары хәбәр итә. Роман Дерлюк миҙгел барышында 43 матчта ҡатнашты, 1 гол һәм ике һөҙөмтәле пасы менән ҡыуандырҙы. Файҙалы күрһәткесе «-4» менән баһаланды.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика