Европанан алты мәрәй менән

Европанан алты мәрәй менән 15.10.2015

«Салауат Юлаев» клубының сит ил ҡалалары буйлап сәфәре уңышлы тамамланды. Хельсинкиҙан һуң кисә юлаевсылар Ригала урындағы «Динамо» клубын еңеүгә өлгәште.

Әммә тәүге ике осорҙан һуң Игорь Захаркин тәрбиәләнеүселәренә уңыш йылмаясағына ышаныуы ҡыйын ине. Сөнки Латвия хоккейсылары беренсе минуттан уҡ өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алды. Һөҙөмтәлә улар өсөнсө минутта иҫәпте асты.  Шулай ҙа оҙаҡ та үтмәй  Андреас Энгквист яуап шайбаһы индерҙе. Артабан хужалар юлаевсылар ҡапҡаһы артында ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Бары икенсе тәнәфес алдынан ғына Игорь Григоренко иҫәп айырмаһын кәметеүгә иреште. Ә бына өсөнсө осорҙа юлаевсылар үҙенең иң  уңышлы йылдарындағы уйынын хәтерләтте.  Бер-бер артлы  Андреас Энгквист, Дмитрий Макаров һәм Сами Лепистё һуҡҡан шайбаларҙы дәғүәселәрҙең голкиперы кире ҡаға алманы. Шулай итеп мауыҡтырғыс уйын «Салауат Юлаев» клубы файҙаһына 5-3 иҫәбенә тамамланды. Әйтергә кәрәк, Латвияла үткән уйында республика командаһын дәртләндереү өсөн милли кейемдәрҙә урындағы башҡорттар күпләп килгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика