Эттәр ҙә ярыша белә 29.02.2016

Иглин районында хайуандар араһында Рәсәй чемпионаты үтте. Хужалары уларҙы санаға егеп үҙ-ара ярышты, саңғыла уҙышты. Еңеү яулаусы эттәргә тәмле бүләктәр, кубоктар әҙерләнгәйне.

Старт бирелеү менән хаски тоҡомло эттәр алға ынтылды. Ун минуттан икенсе ҡатнашыусылар юлға сыға.  Юғиһә, ете километр арауыҡты уҙғанда арттан килеүселәр алдағыларҙы ҡыуып етеүе ихтимал. Ярыштың талаптары ҡәтғи: һәр эттең документы булырға тейеш. Ветеринарҙан махсус рөхсәт алырға кәрәк.
Хаски тоҡомло эттәр тиҙлекте шәп алыуы менән айырыла. Ярыш алдынан улар тынысһыҙлана. Өрәләр, тиктормаҫҡа әйләнәләр. Был  хужаларҙа ла борсолоу уята. Күләмле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Илдар Әхмәтов та тулҡынланыуын йәшермәй.
Талап буйынса ярыш үткән майҙан өс аҙна алдан әҙер булырға тейеш. Тик ойоштороусылар башта сараны Стәрлетамаҡта үткәрергә ниәтләй, һуңғы көндәрҙә генә Иглин районының Аҡбирҙе ауылы янындағы трасса һайлап алына.
Саналарҙа ярыш тамамланғандан һуң, скиджоринг башланды. Эттәр саңғысы менән дүрт километр арауыҡҡа йүгерҙе. Булат Өмөтбаев финишҡа килеп еткәнсе тоғро дуҫы менән бер-ике тапҡыр туҡталыш яһап, ял итеп алған. Шуға ҡарамаҫтан, ваҡыт күрһәткестәре яҡшы.
Ярышта барлығы төрлө тоҡомло илле эт ҡатнашты, улар араһында иң сыҙамлылары - маламут менән самоедтар ҙа бар ине. Шулай уҡ күп кенә көйәрмәндәр ҙә сараға дүрт аяҡлы дуҫтарын эйәртеп килгәйне.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, чемпионаттан күрше төбәк вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. Берәүҙәр көсөн һанаһа, икенселәр әүҙем ял  итте.
Башҡортостанда бындай ярыштар өсөнсө йыл үткәрелә. «Тик быйылғыһы күпкә мәртәбәлерәк,»- ти ойоштороусылар. Сөнки иң көслө эттәргә квалификация бирелә. Уға ярашлы, еңеүселәр артабан халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә лә лайыҡлы күрһәтер тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика