Эстрада йондоҙҙары бер майҙанда

Эстрада йондоҙҙары бер майҙанда 04.06.2016

Башҡортостан йырсылары, актерҙары һәм  тауыш режиссерҙары күрше Татарстандан килгән коллегалары менән футбол  уйнаны.

Әлегә тиклем яратҡан артистарын сәхнәнән генә ҡарап күнеккән тамашасы был юлы уларҙы бөтөнләй икенсе ролдәрҙә күрҙе. Шулай итеп сәнғәт эшмәкәрҙәре Европа чемпионаты алдынан Рәсәй футболсыларына  көс-ҡеүәт өҫтәргә тырышты. Осрашыуға Башҡортостан командаһын Фидан Ғафаров әҙерләгән. Уның етәкседегендә Айҙар Ғәлимов, Артур Туҡтағолов, ВилданЯруллин, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров кеүек бик күп артистар үҙҙәрен яҡшы футболсы икәнлеген күрһәтте.
Ҡунаҡтар Өфөгә күп артистарын килтерә алмаған. Сөнки әлеге ваҡытта улар өсөн ҡыҙыу осор һанала. Шуға ҡарамаҫтан, дәғүәселәр яҡташтарыбыҙға ҡаршы көслө уйын күрһәтте. Һөҙөмтәлә «Башстар» командаһы индергән өс тупҡа Ҡазандың «Артист» футболсылары  ике гол менән генә яуап ҡайтара алды. Киләһе осрашыу күрше республикала үтер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика