Еңеү хөрмәтенә

Еңеү хөрмәтенә 01.05.2015

Көйөргәҙелә 9 май байрамына арнап район мәктәптәре араһында еңел атлетика буйынса спартакиада үтте. Йыл һайын ойошторолған сарала быйыл 17 белем усағы ҡатнашты. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән команда артабан зональ ярыштарға үтә. Шуға ла бәйгелә бирешергә теләүселәр булманы.

Аҡһары ауылы мәктәбе командаһы спартакиадаға ентекле әҙерләнгән. Егеттәр һәм ҡыҙҙар күнекмәләрҙе ике ай элек үк башлаған. Уңышлы сығыш яһауға өмөт ҙур. Сөнки командала спорт алыштарында сыныҡҡан үҫмерҙәр бар. Мәҫәлән, Рәсимә Ҡотлоәхмәтова менән Эльвина Хәмитова полиатлон буйынса спорт мастеры кандидаты һөҙөмтәһен яҡлаған. Спорт менән ҡыҙҙар етди шөғөлләнә.
Районда үткән еңел атлетика ярышында ғәҙәттәгесә, оҙонлоҡҡа һикереү, туп атыу һәм төрлө дистанцияларға йүгереү ҡаралған. Быйылға спартакиадала 2000 һәм 2001-се йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Ләкин был йәштәге уҡыусылары булмаған мәктәптәр кесерәк балаларҙы ла йәлеп иткән. Ярыш сәменә был бер ҙә зыян итмәй.
Ярышта 150-гә яҡын бала ҡатнашты. Уларҙың иң көслөләре ошо уҡ стадионда  көньяҡ райондар араһында уҙасаҡ республика спартакиадаһында ҡатнашасаҡ. Ә 8 май Ермолаевта Еңеү байрамына арналған эстафета үтә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика